Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУРОРТ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нында

Просмотров: 902

КУРОРТ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нында, Красноусол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 6 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Тоҙйылға буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 119 кеше; 1989 — 993; 2002 — 907; 2010 — 598 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй., Стәрлетамаҡ кантонында “Красноусол” курорты асылғандан һуң, нигеҙ һалына. К.а. урынында 16—17 бб. Вознесение пустыне булған. 17 б. башынан алып тоҙло һыу шишмәләре эшкәртелгән (ҡара: Красноусол минераль һыу сығанаҡтары). 1865 й. Тоҙйылға буйында часовня теркәлгән. 20 б. 50‑се йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019