КУРОЧКИН, Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә ауыл
866
КУРОЧКИН, ауыл, 1932 й. алып Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск).
Ауылға 1796 й. Өфө өйәҙендә отставкалағы капитан М.С.Шестаков нигеҙ һала. 19 б. уртаһында коллегия асессоры П.И.Куроч- кинға ҡарай. Шулай уҡ Шестаков, Михайловка исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 30 йортта 194 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 334; 1920 — 364 кеше. Хәҙ. Өфөнөң Калинин р‑ны терр‑яһы.
З.И.Гудкова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: