Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАҘЫРҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 905

ҠАҘЫРҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙырғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 185 кеше; 1920 – 256; 1939 – 313; 1959 – 203; 1989 – 181; 2002 – 255; 2010 – 234 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Йәнбәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2-се ярт. Нуғай даруғаһының Өршәк‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡаҙырғол Бигешев исеме м‑н аталған. 1795 й. 10 йортта 55 кеше йәшәгән, 1865 й. 34 йортта – 179 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: