Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘҘЕР, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 711

ҠӘҘЕР, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Атарша а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Алйылға й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 450 кеше; 1920 — 346; 1939 — 204; 1959 — 178; 1989 — 308; 2002 — 169; 2010 — 128 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡ. исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. теркәлмәгән, сөнки кешеләре, ш. уҡ даруғаның Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренәкүсеп китеп, яңы Ҡ. ауылына (Дыуан р‑ны) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 19 б. 2‑се ярт. ауыл кешеләренең бер өлөшө үҙ ерҙәренә кире әйләнеп ҡайта. 1906 й. Ҡ. (Яңы Ҡәҙерҙә) бакалея кибете теркәлгән. 1972 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: