Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ

Просмотров: 1473

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ, Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙы мәҙәни- милли йәһәттән туплау, уларҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау маҡсаты м‑н булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Силәбе ҡ. урынлашҡан. 1993 й. алып эшләй, 2007 й. — “Башҡорт Ҡоролтайы” Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ағзаһы, Силәбе өлк. халыҡтары ассамблеяһын ойоштороусыларҙың береһе. Силәбе өлк. башҡорттар тупланып йәшәгән ҡала һәм райондарында 30 бүлексәһе бар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Ойошма структураһына Башҡарма ком‑т инә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: башҡ. мәҙәниәтен тергеҙеүгә булышлыҡ иткән соц.‑иҡт. һәм мәҙәни- мәғариф проект һәм программалары эшләп, ғәмәлгә ашырыу, башҡорттарҙың иҡт., юридик, соц. хоҡуҡ һәм мәнфәғәттәрен яҡлау. 1993—2015 йй. Силәбелә ойошма тарафынан 8 ҡоролтай үткәрелә. 1‑се ҡоролтайҙа (1993 й. 27 марты) Арғаяш башҡорт милли округын тергеҙеү, өлкәнең 1953 й., 1957 й., 1967 й. “Маяҡ” химия комб‑тындағы авария һөҙөмтәһендә зыян күргән башҡ. халҡына матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелә. 2‑се ҡоролтайҙа (1995 й. 25 майы) өлкәнең дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары м‑н хеҙмәттәшлек итеү ысулдары, Магнитогорск, Мейәс, Наҙыпетровск, Сыбаркүл ҡҡ., Арғаяш, Ҡоншаҡ аа. бүлексәләрҙе үҙ аллы юридик теркәү т‑да ҡарар сығарыла. 3‑сө ҡоролтайҙа (1997 й. 27 дек.) өлкә хакимиәте м‑н берлектә Башҡ. халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү программаһын эшләү, башҡорттар тупланып йәшәгән урындарҙа башҡ. телен рәсми тел итеп таныу һ.б. мәсьәләләр ҡарала. 4‑се ҡоролтайҙа (2001 й. 29 июне) Арғаяш башҡ. милли округы б‑са референдум үткәреү, өлкәгә ядро яғыулығы ҡалдыҡтарын индереүҙе тыйыу, башҡ. телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү б‑са этнологик үҙәк асыу, өлкә картаһында геогр. объекттарҙың башҡ. атамаларын дөрөҫ яҙыу б‑са эшсе төркөм ойоштороу; эшмәкәрлеге Силәбе өлк. м‑н бәйле булған башҡ. халҡының билдәле шәхестәренең исемен мәңгеләштереү һ.б. мәсьәләләр тикшерелә. 5‑се сираттан тыш ҡоролтайҙа (2002 й. 18 майы) иғтибар үҙәгендә мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләре (юғары уҡыу йорттарында башҡ. студенттары иҫәбен арттырыу, милли гәзиттәрҙе финанслау, башҡ. телендә дәреслектәр нәшер итеү зарурлығы һ.б.) була. 6‑сы ҡоролтай (2006 й. 23 марты) Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеүгә арнала. 7‑се ҡоролтайҙа (2010 й. 20 марты) киләһе 4 йылға бурыстар ҡуйыла, 3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлана. 8‑се ҡоролтай (2014 й. 18 июле) ойошманың 20 йыллығына арнала. Ойошма Силәбе өлкә башҡ. халыҡ үҙәге һәм Силәбе өлк. татарҙары конгресы м‑н берлектә йыл һайын өлкә һәм ҡала һабантуйҙары уҙғара. Ҡоролтай ярҙамы м‑н Силәбе өлк. БР‑ҙың Даими вәкиллеге асыла, РФ‑тың төрки халыҡтары конгресы ойошторола (Мәскәү, 1995), Силәбе өлк. ҡатын‑ҡыҙҙары съезы (2002—03), Бөтә Рәсәй ат ярыштары (1992—95), 1993 й. алып йыл һайын Х.М.Йосопов призына дзюдо һәм көрәш б‑са халыҡ‑ара ярыштар; Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға, 1812 й. Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған һ.б. саралар ойошторола. Ҡоролтай янында Башҡ. йәштәре иттифағы эшләй (1999). Ойошма м‑н З.Т.Бикбулатов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ғ.К.Вәлиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: