ҠАРИҘЕЛ, ауыл, Ҡариҙел р‑ны үҙәге
ҠАРИҘЕЛ, ауыл, Ҡариҙел р‑ны (1932—56 йй. һәм 1963 й. алып) һәм Ҡариҙел а/с үҙәге; пристань. Өфөнән Т.‑Көнс. 217 км һәм Щучье озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Бағаҙы й. (Өфө й. ҡушылдығы) тамағында, Павловка һыуһаҡлағысы янында Бөрө—Таҙтүбә—Һатҡы автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. – 0,3; 1920 – 0,4; 1939 – 1,8; 1959 – 2,9; 1989 — 4,1; 2002 – 5,2; 2010 – 5,9. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). ПУ, 2 урта мәктәп, 4 балалар баҡсаһы, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы, 3 китапхана (үҙәк, балалар, үҫмерҙәр), мәҙәниәт йорто (4 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), 2 мәсет бар. Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бөрөөйәҙе Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бағаҙытамаҡ исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Шәфәй Кисеүе тип теркәлгән. 1896 й. 47 йортта 283 кеше йәшәгән. 1906 й. мәсет, земство мәктәбе, таҡта ярыу заводы, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй, Ҡариҙел й. аша сығыу урыны теркәлгән. 1932 й. хәҙ. исемен йөрөтә. С.Ғ.Ғиниәтуллина, В.Ф.Кулагин, М.П.Мирғәзәмов, В.Р.Әлимов ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов