Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛДЕҒОЛ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 706

КИЛДЕҒОЛ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ҡыпсаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта Һарағы й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 265 кеше; 1920 — 401; 1939 — 125; 1959 — 197; 1989 — 271; 2002 — 424; 2010 — 428 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Әбделмәмбәт урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Умырзая” башҡ. фольклор ансамбле), китапхана бар. Ауылға 19 б. уртаһында Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы 2‑се Әбделмәмбәт а. (хәҙ. Әбйәлил р‑ны Әбделмәмбәт а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Килдеғол Ибраһимов исеме м‑н аталған. 1866 й. 23 йортта 152 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: