Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЙӘБУЛАТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 707

КИНЙӘБУЛАТ, Ҡарағайтуғай, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 21 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 171 кеше; 1920 — 235; 1939 — 218; 1959 — 200; 1989 — 159; 2002 — 175; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 70‑се йй. Нуғай даруғаһының Үҫәргән улусы Урмансы а. (хәҙ. Ибрай а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡарағайтуғай исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. уртаһынан хәҙ. исемен (зауряд‑сотник Кинйәбулат Ҡаҙбулатов исеменән) йөрөтә. 1866 й. 26 йортта 124 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: