Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРӘҪТИӘН КОМИТЕТТАРЫ

Просмотров: 1004

КРӘҪТИӘН КОМИТЕТТАРЫ, крәҫтиән союздары, крәҫтиән йәмғиәттәре, революция (1905—07) һәм революция (1917) осоронда крәҫтиәндәрҙең ижт.-сәйәси ойошмалары. Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы, Социал-революционерҙар партияһы һәм Дәүләт думаһының хеҙмәтсәндәр фракцияһы етәкселегендә ойошторола. Ерҙе национализациялау һәм хеҙмәт нормаһына ярашлы бүлеү, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын саҡырыу, урындағы үҙидаралыҡты демократлаштырыу талаптары м‑н сығыш яһайҙар. Өфө губернаһында йәмғиәттәр 1905 й. Бәләбәй өйәҙе, Өфө өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең күпселек ауылдарында ойошторолоп, 1910 й. тиклем эшләй. 1917 й. 12 мартында “Уфимская жизнь” (“Өфө тормошо”) гәз. Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы Баш ком‑тының крәҫтиәндәрҙе ойошма рәттәренә инергә саҡырған өндәмәһе баҫылып сыға. Союздың Өфө бүлексәһе нигеҙен 1917 й. 8 мартында 32 улус делегаты ҡатнашлығында үткән Өфө өйәҙ крәҫтиәндәр съезында ойошторолған “Ер эшкәртеүселәр союзы” тәшкил итә. 1917 й. апр. аҙағында Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзының Минзәлә бүлексәһе төҙөлә. 1917 й. йәйендә К.к. ш. уҡ Өфө, Бәләбәй һ.б. ҡала гарнизондары һалдаттары тарафынан ойошторола. 1917 й. көҙөнән К.к. крәҫтиән депутаттары советтары итеп үҙгәртелә йәки уларҙың составына инә.

Әҙәб.: Смирнов А.С. Крестьянские съезды в 1917 году. М., 1979; Тюкавкин В.Г., Щагин Э.М. Крестьянство России в период трёх революций. М., 1987; Мордвинцев Г.В. Март 1917 г. в Башкирии (хроника событий). Уфа, 1997.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019