Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРАСНОХОЛМСКИЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 869

КРАСНОХОЛМСКИЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 4055 кеше; 1989 — 7271; 2002 — 8101; 2010 — 9799 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Нефтекама быраулау эштәре идаралығының Краснохолмский участкаһы, “Сельхозхимия” ЯСЙ урынлашҡан; Механика-технология колледжы филиалы, 3 урта һәм муз. мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, балалар ижады йорто, участка дауаханаһы, спорт-һауыҡтырыу комплексы, мәҙәниәт йорто (“Ветерандар” халыҡ вокаль ансамбле), китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 1952 й. Ҡалтасы һәм Яңауыл р‑ндарында нефть ятҡылыҡтары асылғандан һуң ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1957 й. башлап ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. З.Ф.Байбурина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019