Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЛАТОУСТ ҠОРАЛ ФАБРИКАҺЫ

Просмотров: 1025

ЗЛАТОУСТ ҠОРАЛ ФАБРИКАҺЫ, 1813 й. Златоуст (Косотур) заводы эргәһендә ҡаҙна тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна; 1917 й. һуң национализациялана. Златоуст тау сәнәғәте округына ингән. 1815 й. эшләй башлай. Ф‑ка составы: арсенал, йәүшән (1836—60 йй. эшләй), ҡорал йөҙө, ҡын, ҡорос, эфес, биҙәкле ҡорал (1834 й. ябыла, 1870‑се йй. асыла) бүлектәре. 1840 й. ҡарата ф‑кала 13 таҙартыу горны, 7 ҡалдыҡ сүкеше, 1859 й. 4 иретеү мейесе, 6 крица, 8 тимерлек, 96 ҡойолған ҡорос горны, 8 туҡмаҡлы сүкеш була. 1821 й. ф‑кала 1010 кеше, ш. иҫ. 115 сит ил оҫтаһы (Германиянан саҡырылған) иҫәпләнгән; 1845 й. — 2846 кеше, ш. иҫ. 122 сит ил оҫтаһы. З.ҡ.ф. һалҡын ҡоралдың төрлө төрҙәре — хәнйәр, кортик, бысаҡ, һөңгө, ҡылыс, ҡыҫҡа ҡылыс, шпага һ.б. эшләнә (ҡара: Златоуст һалҡын ҡоралы). 1817—21 йй. 65 мең берәмектән ашыу ҡорал етештерелә, макс. етештереүсәнлек — йылына яҡынса 30 мең берәмек (1821); 1826—50 йй. — 521 мең берәмектән ашыу; 20 б. башында йылына — 60 мең берәмектән ашыу, Беренсе донъя һуғышы осоронда йылына 150 мең берәмектән ашыу ҡорал сығарыла, макс. етештереүсәнлек 289 мең берәмек тәшкил итә (1916). 1830 й. З.ҡ.ф. ҡойолған ҡорос етештереү башлана, 1830—36 йй. ул яҡынса 4,6 мең бот иретелә. 19 б. 30‑сы йй. ҡумта, батмус, шәмдәл, бысаҡ, сәнске, 19 б. аҙ. — 20 б. башында ҡағыҙ киҫеү өсөн бысаҡ, батмус, портсигар, шырпы ҡабы өсөн тартма, ағас эшкәртеү ҡоралдары, хирургия инструменттары, игәү, аҙ күләмдә мылтыҡ көбәге һ.б. етештерелә. 19 б. 20—40‑сы йй. ф‑кала П.П.Аносов (ҡара: Аносовтар) етәкс. юғары сифатлы ҡойолған тигель ҡоросон иретеү, ҡоросто һауа ағымында сыныҡтырыу, металды газ м‑н ҡатырыу технологиялары индерелә; махсус ҡоростоң төрлө төрҙәрен етештереү яйға һалына, булат етештереү технологияһы эшләнә, әйберҙәргә гальваник ысул м‑н алтын һәм көмөш ялатыу, ҡорал йөҙөн корунд ярҙамында шымартыу һәм полировкалау индерелә. 50—60‑сы йй. П.М.Обухов етәкс. юғары сифатлы ҡойолған ҡоростоң 5 сорты уйлап табыла. 19 б. аҙ. — 20 б. башында әйберҙәргә биҙәкте механик штамповкалау, ҡорал йөҙөн сыныҡтырыу өсөн ҡурғаш ванналар, уларҙы эшкәртеү өсөн наждаклы сарлау станоктары һ.б. индерелә. Ф‑кала 1824 й. — Александр I, 1837 й. тәхет вариҫы Александр Николаевич (буласаҡ император Александр II) булып китә. 19 б. башында З.ҡ.ф. эргәһендә китапхана асыла, 19 б. 60‑сы йй. лютеран мәктәбе эшләй. Ф‑ка сығарған әйберҙәр Париж (1878), Омск (1911) күргәҙмәләрендә — алтын, Мәскәү (1843, 1882), Лондон (1862), Түбәнге Новгородта (1896) — алтын һәм көмөш, Париж (1867), Вена (1873), Филадельфияла (1876) — көмөш, Лондон (1851), Чикаго (1893) һ.б. күргәҙмәләрҙә бронза миҙалдар м‑н бүләкләнә. 1917 й. һуң ф‑ка гравёрлау бүлеге булараҡ Златоуст (Косотур) з‑ды составына инә. З.ҡ.ф. бинаһы (архитекторҙары И.И.Свиязев, Ф.А.Тележников), арсенал һәм сүкеп яһалған ҡапҡалы ҡойолған суйын ҡойма — тарих һәм архитектура ҡомартҡылары.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962; Верзаков Н.В. Златоустовский имени Ленина: из истории Златоустовского ордена Трудового Красного Знамени машиностроительного завода имени В.И.Ленина. Челябинск, 1971.

З.И.Гудкова, Ю.П.Окунцов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019