Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮПСӘНӘЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 602

КҮПСӘНӘЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Күпсәнәй й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 668 кеше; 1920 — 727; 1939 — 691; 1959 — 586; 1989 — 459; 2002 — 449; 2010 — 445 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб (“Зангари” удмурт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө провинция канцелярияһының 1773 й. указы б‑са яңы суҡындырылған удмурттар нигеҙ һала. Күктәнәй исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 61 йортта 386 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: