Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРАМА, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 940

ҠОРАМА, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Әсейылға й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 553 кеше; 1920 – 746; 1939 – 473; 1959 – 458; 1989 – 361; 2002 – 417; 2010 – 505 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡ. халыҡ театры, “Йәшмә” вокал ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Троицк өйәҙенең Барын-Табын улусы Оло Муйнаҡ а. (хәҙ. Иҫке Муйнаҡ а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе 4‑се кантон башлығы Ҡорама Муйнаҡов исеме м‑н аталған. 1866 й. 73 йортта 443 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 2003 й. Ҡ. 1955 й. нигеҙләнгән (Көньяҡ Урал т. юлының Мейәс— Учалы участкаһын төҙөгән ваҡытта) Ҡорама ст. ҡасабаһы ҡушылған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: