Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНЙӘР ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 1103

ИНЙӘР ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, 1898 й. Мәскәүҙә С.П.Дервиз тарафынан Рус сауҙа‑сәнәғәт банкыһы ҡатнашлығында ойошторола. 1917 й. тиклем Дервиздар ғаиләһе контроле аҫтында була. 1898 й. йәмғиәттең төп капиталы 2,4 млн һум (250‑шәр һумлыҡ 960 акция) тәшкил итә; күсемһеҙ милек хаҡы 1899 й. — 1,2 млн һумға, 1916 й. 1,5 млн һумға баһалана. Инйәр заводы, Лапышты заводы, Верхнеурал өйәҙендә 170 мең дисәтинәнән ашыу ер йәмғиәттеке була. 1899 й. И.т.с.а.й. табышы яҡынса 140 мең һум тәшкил итә, 1905—10 йй. — яҡынса 410 мең, 1910—16 йй. — 780 мең һумдан ашыу.

Әҙәб.: Инйәр заводы мәҡ. ҡарағыҙ.

З.И.Гудкова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: