Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КАРУАНҺАРАЙ”, йәмғиәт

Просмотров: 1169

“КАРУАНҺАРАЙ” Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы, башҡорттарҙың рухи һәм матди мәҙәниәтен тергеҙеү һәм үҫтереү, милли үҙаң үҫешенә булышлыҡ итеү, башҡорт мәҙәниәтен, тарихын һәм башҡорт телен пропагандалау маҡсатында ойошторолған ижт. хәрәкәт. Ырымбур ҡ. урынлашҡан. 1989 й. “Каруанһарай” Ырымбур өлкә мәҙәни‑ағартыу йәмғиәте итеп ойошторола, 1993 й. алып «“Каруанһарай” Ырымбур өлкә башҡорт үҙәге», 1999 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), “Урал” башҡ. халыҡ үҙәге ағзаһы. Ырымбур өлкәһе ҡалалары һәм райондарында 13 бүлексәһе бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: башҡ. мәҙәниәте үҫешенә һәм тергеҙелеүенә булышлыҡ иткән проекттар һәм программалар эшләү, башҡорттарҙың иҡт., юридик, соц. хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау һ.б. Төп эш формалары: йыл һайын һабантуйҙар, башҡ. халҡының танылған эшмәкәрҙәренә һәм билдәле даталарға (Каруанһарай юбилейҙары һ.б.) арналған саралар, башҡ. әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте эшмәкәрҙәре, Башҡортостандың ижади коллективтары м‑н осрашыуҙар ойоштороу һәм үткәреү һ.б. Ырымбур пед. ун‑тында (1990—2012) һәм 2‑се пед. колледжында (1990—2008) “К.” ярҙамы м‑н башҡ. теле һәм башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү алып барыла, Х.М.Ямашев ис. китапханала Ш.Бабич ис. башҡ. әҙәбиәте бүлеге асыла (1991), “Каруанһарай” гәз. сығарыла, “Утренняя звезда” (“Таң йондоҙо”; Красногвардейск р‑ны Плешаново а.), “Йәшлек” (Яңы Сергиевка р‑ны Ҡотош а.), “Юшатыр” (Төйлөгән р‑ны Төйлөгән а.), “Юлдар” (Новотроицк ҡ.) һ.б. фольклор коллективтары ойошторола һәм эшләй. “К.” эргәһендә Ырымбур башҡорт йәштәре союзы (2002) эшләй.

С.Ғҡдәүләтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019