Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУРМАС

Просмотров: 1411

ҠУРМАС, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Бүрәт, ҡаҙаҡ, монгол, сыуаш, татар, үзбәк һ.б. халыҡтарҙың аш-һыуында осрай. Башҡорттар Ҡ. бойҙайҙан, арпанан, һирәкләп арыштан, борсаҡтан һ.б. яһай. Бөтөн орлоҡтарҙы майланған ҡаҙанда ҡуралар йәки ҡыҙҙыралар. Ҡоро килеш ашайҙар, һаҡлыҡҡа әҙерләйҙәр. Иҙелгән Ҡ. бутҡа (талҡан бутҡаһы), өйрә, талҡан эшләү өсөн файҙаланалар, бал йәки май м‑н бутап сәй янына ҡуялар. Ғәҙәттә ҡарғатуй, төрлө ер эшкәртеүгә бәйле йолалар һәм мосолман байрамдары үткәргәндә ризыҡ әҙерләү өсөн ҡулланылған.

Әҙәб.: Шитова С.Н., Гаделгареева Р.Г. Злаки в повседневной, праздничной и обрядовой пище башкир в конце XIX — начале XX в. //Хозяйство и культура башкир в XIX — начале XX в. М., 1979.

Э.В.Миһранова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019