Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЧЕНЕВ Илья Лукич

Просмотров: 578

КОЧЕНЕВ Илья Лукич (яҡынса 1720 — 2.11.1773, Ырымбур ҡ.), Ырымбур халҡынан Уложенный комиссия депутаты. Сауҙагәр. Комиссияға ҡала кешеләре һәм Ырымбур сик буйы таможняһы хеҙм‑рҙәре исеменән ҡала үҙидараһы органын булдырыу, башҡорттарға Һаҡмар й. һәм уның ҡушылдыҡтары буйындағы урмандарҙы алпауыттарға һатыуҙы тыйыу, тоҙға хаҡты кәметеү, алпауыттарҙың ер биләүен һәм ситтән килгән сауҙагәрҙәрҙең һ.б. ҡатлам вәкилдәренең Ырымбурҙа сауҙа итеү хоҡуғын сикләү, гарнизон офицерҙарына, түбән чиндарға, чиновниктарға һәм таможня хеҙм‑рҙәренә эш хаҡын арттырыу, сауҙагәрҙәргә һәм чиновниктарға хеҙмәтселәр тоторға рөхсәт итеү т‑да наказдар еткерә. Хөкүмәт тарафынан ғәмәлгә ашырылмаған 1734 й. Ырымбур привилегияһы, сауҙагәрҙәрҙең сауҙа итеүҙә сикләнмәгән хоҡуғы өсөн сығыш яһай. 1768 й. депутатлыҡ вәкәләттәрен отставкалағы таможня чиновнигы П.А.Ярославцевҡа тапшыра. Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәре Ырымбурҙы утҡа тотҡанда үлтерелә.

Әҙәб.: Кулбахтин И.Н., Кулбахтин Н.М. Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. Уфа, 2005.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019