Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАНА, йылға

Просмотров: 1529

ҠАНА, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Ишей а. көньяҡҡа табан 11 км алыҫлыҡта башлана. Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ- көнбайышҡа табан аға, Йылайыр р‑ны Ҡананикольский а. эргәһендә төньяҡ- көнбайышҡа борола һәм артабан Йылайыр һәм Бөрйән р‑ндары буйлап аға. Ағиҙел й. (тамағынан 1065 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 94 км, басс. майҙаны 968 км2, дөйөм түбәнәйеүе 265 м. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 5,25 м3/с.

Басс. рельефы тәпәш таулы, үҙәне үрге ағымында Уралтау һыртының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ландшафы ҡараһыу һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай‑ҡайын урмандарынан тора, ҡараһыу һоро урман һәм йыуылған ҡара тупраҡтарҙағы болонло далалар осрай. Басс. 75%‑ын урман, бер аҙ өлөшөн (5—10%) һөрөнтө ер биләй. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Шанский, Күркәтау, Оло Салажы (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019