ИШТИРӘК ЗАВОДЫ
ИШТИРӘК ЗАВОДЫ, 1749 й. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Байраш й. (Кама й. басс.) буйында сауҙагәр С.Е.Иноземцев тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Иноземцевтар, 1828 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1826) алып М.Ф.Ярцев, 1846 й. — М.И.Кузьмина, Е.И.Николаева һәм О.И.Берг, 1853 й. — И.К.Рошет, 1854 й. — В.А.Хвощинский. 1751 й. эшләй башлай. Таҙартыу өсөн Тайыш заводына баҡыр оҙата. 4 баҡыр иретеү мейесе (2‑һе эшләгән), 2 сүкеү һәм 2 сыныҡтырыу сүкеше м‑н тимерлеге, 1809 й. башлап 5 баҡыр иретеү мейесе булған. 1797 й. заводтың 118 руднигы була, шуларҙың 13‑ө эшләгән. И.з. 1774 й. — 42, 1797 й. — 328 ир‑ат, ш. иҫ. 203 мастеровой һәм эшсе кеше, 1835 й. 666 кеше (330 ир‑ат һәм 336 ҡатын‑ҡыҙ) иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә И.з. 12,5 мең бот баҡыр иретелә, йылына уртаса етештереүсәнлек 462 бот тәшкил итә, макс. — 1221 бот (1779). 1773 й. И.з. ремонтҡа туҡтатыла, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында баш күтәреүселәр тарафынан өлөшләтә һүтелә, 1775 й. тергеҙелә. 1850 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1851) Тайыш з‑дындағы янғындан һуң ябыла. Һуңыраҡ шарап ҡыуыу з‑ды итеп үҙгәртелә.
З.И.Гудкова
Тәрж. Д.К.Үзбәков