Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАНДРАКҮЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ

Просмотров: 1616

ҠАНДРАКҮЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында Туймазы р‑ны сигендә урынлашҡан. Майҙаны — 5,4 мең га, 48,9%‑ы урман м‑н ҡапланған. Тәбиғи парк терр‑яһында Ҡандракүл бар. 1995 й. күл басс. уникаль тәбиғәт комплекстарын, хайуан һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлау, ял һәм туризм ойоштороу өсөн булдырылған. Рельефы убалы тигеҙлек. Болонло далалар, һирәгерәк киң япраҡлы ҡатнаш урмандар һәм ҡыуаҡлыҡтар таралған. Һаҙлы урындар (күрән, кәкүк ҡамышы, һаҙлан һ.б.) бар. Яр ситендә көтөүсе ҡумыҙы, күл ҡамышы, сатырлы һыу сәсәге, һыу үләне һ.б. үҫә. Ҡ. флораһында 450‑гә яҡын ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек иҫәпләнә, ш. иҫ. 10 реликт (гигант бүтәгә, ҙур япраҡлы уймаҡ сәскә, имәнлек айыутабаны, казак артышы, тутыҡ схену, һаҫыҡ биҙгәк үләнес һ.б.) һәм 7 эндемик (башҡорт елемүләне, башҡорт ҡанүләне, Гельм астрагалы, Ипполит ҡыйыҡтажы, Литвинов торна борсағы, урал цицербитаһы, энәле ҡәнәфәр). БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 9 һирәк төрө, улар араһынан дөйә ҡылған, кәкүк ситеге, Лёзель липарисы РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ҡ. фаунаһы төрлө. Ҙур йомран, йәтсә, ҡоралай, мышы, ондатра, терпе һ.б. йәшәй. Ҡоштарҙың 86 төрө (бүҙәнә, ҡара төйлөгән, ҡорҙар, тартай, һандуғас, һарығош, һуйыр һ.б.) оя ҡора, 26 төр (аҡ башлы ҡаҙ, аҡҡоштар, этала ҡаҙ һ.б.) осоп барышлай туҡтала. Ҡ. күле балыҡҡа бай, 1995 й. пелядь, рипус, сига селбәрәләре ебәрелгән. Хайуандарҙың һирәк төрҙәре: ваҡ сарлаҡ, европа ҡара гагараһы, этала ҡаҙ һ.б. — РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ҡ. флораһы һәм фаунаһы т‑дағы мәғлүмәттәр П.С.Паллас, П.И.Рычков, П.П.Сушкин хеҙмәттәрендә килтерелә. 20 б. терр‑яны геологтар һәм геоморфологтар Г.В. Вахрушев, А.П.Рождественский; географтар В.А.Балков, Ә.М.Гәрәев, Ф.Ә.Мәҡсүтов, И.М.Япаров; биологтар М.Г.Баянов, Р.Ф.Биккенин, А.Н.Богданов, И.П.Дьяченко, Е.В. Кучеров, Р.Г.Миңлебаев, Ә.Ф.Мәмәтов, А.К.Носков һ.б. өйрәнә.

Әҙәб.: Минибаев Р.Г., Назирова З.М. Флора памятников природы Асликуль и Кандрыкуль в Башкирской АССР // Редкие виды растений Южного Урала, их охрана и использование. Уфа, 1985; Гареев А.М., Гатауллин Р.Ф., Мухаметшина Л.М. География и экология Туймазинского района. Туймазы, 2005. 

Ә.М. Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: