ҠАНСАҠ, һырт
ҠАНСАҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Мәләүез р‑ндары буйлап Үрек һәм Нөгөш йй. киңлек ағымы араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 20 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км яҡын, үҙәк — 6 км, көньяҡ — 7 км тирәһе. Абс. бейеклеге 726 м (Аҡҡыр тауы), 15‑кә яҡын түбәһе (Аҡҡолаҡ, Олотау һ.б.) айырыла. Кәмбрәк һәм Тылғыҫҡан йй. (Үрек й. ҡушылдығы) үҙәндәре м‑н һырт 3 өлөшкә бүленгән: төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ. Битләүҙәре һөҙәк. Көнсығыш итәге күп һанлы һыҙалар һәм уйпатлыҡтар м‑н йырғыланған. Көньяҡ өлөшөндә таш һибелмәләре осрай. Девон эзбизташтарынан һәм доломиттарынан тора. Ҡ. битләүҙәрендә Икебаш й., Кәшәлә й. (Нөгөш й. ҡушылдыҡтары) уң ҡушылдыҡтары, Тылғыҫҡан й. һ.б. башлана. Ландшафы һоро тау-урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора.
И.М.Япаров
Тәрж. А.Н.Күсеев