Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАҒЫ ЗАВОДЫ

Просмотров: 1544

ҠАҒЫ ЗАВОДЫ, 1769 й. Нуғай даруғаһы Тамъян һәм Түңгәүер улустары башҡорттарынан һатып (бер өлөшө ҡуртымға) алынған ерҙәрҙә Ҡағы й. буйында Е.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Демидовтар, 19 б. 30-сы йй. алып А.И.Пашков (ҡара: Пашковтар), 1855 й. — сауҙагәр М.Ф.Гротен, 1860 й. — сауҙагәрҙәр Ф.Н.Ники- форов һәм А.В.Татаринов, 1882 й. — “Вогау һәм К°”, 1897 й. — Пашковтарҙың Белорет тимер етештереү з‑дтары АЙ (ҡара: Белорет заводтары йәмғиәте). 1769 й. эшләй башлай. Ҡағы тау округына ингән. Тәүҙә суйын Үрге Әүжән-Петровск заводынан, 1777 й. алып Үҙән заводынан килтерелгән. 5 крица сүкеше, 10 крица горны, 1840 й. 8 крица сүкеше, 10 крица горны, 2 һауа йылытыу машинаһы була. 1847 й. завод яҡынса 30 мең дисәтинә, 1887 й. 60 мең дисәтинәнән ашыу (ш. иҫ. 40 меңгә яҡыны башҡорттарҙан ҡуртымға алынған) ер биләй. 19 б. 80‑се йй. 3 рудник үҙләштерелә. 1809 й. Ҡ.з. 370 мастеровой һәм эшсе кеше (ш. иҫ. төп эштәрҙә — 165 кеше, ярҙамсы эштәрҙә — 205), 1755 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә, 1834 й. — 865 мастеровой һәм эшсе кеше. 18 б. һуңғы сирегендә уртаса етештереүсәнлек йылына 35 мең бот тимер тәшкил итә, 19 б. макс. етештереүсәнлек — 63 мең бот (1855). 1886—1902 йй. суйын етештерелә (ҡайнар һауа өрҙөрөлгән домна мейесе төҙөлә), макс. етештереүсәнлек 574,3 мең бот тәшкил итә (1900). 1887 й. Ҡ.з. эргәһендә сым һәм ҡаҙаҡ етештереү б‑са 2 ф‑ка асыла (20 якорь һәм тимерлек горны, 3 пар машинаһы ҡуйыла). 1900—10 йй. 3,2 млн боттан ашыу сым һәм ҡаҙаҡ етештерелә, уртаса етештереүсәнлек йылына яҡынса 360 мең бот була, макс. етештереүсәнлек — 520,3 мең бот (1905); 2,4 млн боттан ашыу тимер изделиелар эшләп сығарыла, уртаса етештереүсәнлек йылына яҡынса 270 мең бот тәшкил итә, макс. етештереүсәнлек — 749 мең бот (1901). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында Ҡ.з. баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына. 1773— 75 йй., 1862—65 йй. һәм 1868—86 йй. завод эшләмәй. 1911 й. Ҡ.з. ябыла (завод биналарының күпселек өлөшө яна). Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Белорет р-нының Ҡағы а. урынлашҡан.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019