Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАТАШ, тау

Просмотров: 1163

ҠАРАТАШ, тау түбәһе, Ҡырҡтытау һыртының иң бейек нөктәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997). Әбйәлил р‑ны Буранғол а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 1118 м, оҙонлоғо яҡынса 4 км, киңлеге 1 км тирәһе. Формаһы һуҙылған. Таш ҡаласыҡтары (бейеклеге 8—10 м) булған, билән (тәрәнлеге 20 м тиклем) м‑н айырылған 2 түбәнән тора. Ландшафы аҡһыл һоро урман тупрағындағы ҡайын‑уҫаҡ урманынан тора, ҡарағас урмандары (көнсығыш битләүендә — ҡарағай ҡатыш) осрай. Урман бүлкәтенән өҫтәрәк өлгөрөп етмәгән аҡһыл һоро тупраҡтағы һирәк үлән үҫкән әремле‑типсәкле дала таралған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Гельм минуарцияһы, ҡом ҡаҙ үләне, шыма еҫле сәскә, энәле ҡәнәфер һ.б. үҫә. 

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019