ҠАРЛЫМАН, йылға
1286
ҠАРЛЫМАН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Бәпес а. эргәһендә башлана, ш. уҡ район буйлап көньяҡтан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 553 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 46 км, басс. майҙаны 110 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Олокүл а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 0,52 м3/с. Басс. рельефы убалы тигеҙлек, һыҙа һәм йырындар м‑н ҡатмарланған; карст үҫешкән. Ландшафы болонло далаларҙан тора, йыуылған ҡара тупраҡтағы киң япраҡлы урмандар осрай. Басс. 10%‑ын урман, 60%‑ын һөрөнтө ер биләй. Йылғала Урал а. эргәһендә быуа төҙөлгән.
В.А.Загорский
Тәрж. А.Н.Күсеев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: