Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРЛЫХАН ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 1021

ҠАРЛЫХАН ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник. 1972 й. хайуандарҙың һунарсылыҡ‑кәсеп һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Балаҡатай р‑ны Ҡарлыхан а. көнсығыш ситендә Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) басс. урынлашҡан. Майҙаны 19,3 мең га, 80%‑ын урман биләй. Рельефы тигеҙ, ҡалҡыулы теҙемле убалы. Аҡ шыршы, йыла, ҡарағай, ҡара ерек, саған ҡатыш һәм айыу баланы, балан, миләш, муйыл һ.б. үҫкән ваҡ ағаслығы булған йүкә, уҫаҡ һәм ҡайын урмандары таралған. Аҡ ҡуян, америка шәшкеһе, бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, төлкө, үр ҡуяны, һары шәшке, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, ҡор, ҡурпысыҡ, сел, һуйыр, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән европа шәшкеһе, ҡама, мөншөгөр, орсоҡ йылан, һоро өкө, һоро торна һ.б. осрай. Шулай уҡ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән бөркөт, ҡарағош, ҡом һайыҫҡаны, сапсан, европа бәрҙеһе, зөгәй һ.б. йәшәй.

Л.А.Едренкина

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019