Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРМАН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

Просмотров: 975

ҠАРМАН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Беүә йылғаһында. Плотина йылға тамағынан 28 км алыҫлыҡта Яңауыл р‑ны Ҡарман а. эргәһендә төҙөлгән. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу басс. 3820 км2 (йылға басс. 59%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 669 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 134 млн м3, файҙалы күләме 19,6 м3; һыу өҫтө майҙаны 35,5 км2, оҙонлоғо 15 км, уртаса киңлеге 2,4 км (макс. 4 км), уртаса тәрәнлеге 3,8 м (макс. 10 м). Гидроузел составына: уртаса баҫымға иҫәпләнгән, ерҙән өйөп һалынған быуа (оҙонлоғо 2160 м, өҫкө һырты б‑са киңлеге 10 м, макс. бейеклеге 17 м); һыу ағыҙыу ҡоролмаһы (4 тармаҡтан тора) ташҡынды көйләүсе ағыҙғыс (оҙонлоғо 78 м, киңлеге 27 м) м‑н; һыу ағымы йүнәлешен көйләгән 3 дамба (оҙонлоғо 2800 м); 2 яр буйы насос станцияһы; Ҡарман ДРЭС‑ының 2 һыу алыу ҡоролмаһы (етештереү ҡеүәте 40 һәм 20 м3/с) инә. Һыуы сөсө. Тәғәйенләнеше: ДРЭС‑тың циркуляция һыуын һыуытыу, һыу менән тәьмин итеү, йыл миҙгеленә ярашлы һыу ағымын көйләү. Балыҡ үрсетеү һәм рекреация өсөн ҡулланыла. 1968 й. төҙөлгән.

Л.Н.Уразбахтина

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019