Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОҘАЯРОВ Радомес Ғабдулла улы

Просмотров: 1322

ҠОҘАЯРОВ Радомес Ғабдулла улы (13.3.1926, Пермь ҡ. — 4.3.2005, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1977). РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1967), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1958). Ғ.Х.Ҡоҙаяровтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) 1970 й. тиклем Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда (1959 й. алып фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары) эшләй, 1971 й. алып Мәскәү мед. стоматология ин‑тында уҡыта, 1975—91 йй. БДМИ‑ла: 1987 й. тиклем күҙ ауырыуҙары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге трахома клиникаһына һәм эпидемиологияһына, уның диагностикаһы, вакцинопрофилактикаһы һәм вакцинотерапияһы ысулдарын эшләүгә, глаукома, катаракта кеүек ауырыуҙар булғанда офтальмохирургия проблемаларына арналған. Ҡ. тарафынан күҙҙәр йәрәхәтләнгәндә инфекцияларҙы диагностикалауҙың комплекслы ысулдары эшләнгән, глаукома булғанда реконструктив һәм реваскуляризациялаусы операциялар методикаһы, күҙҙәрҙең вируслы һәм бәшмәк ауырыуҙарын дауалау ысулдары камиллаштырылған. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н офтальмологтары йәмғиәте рәйесе (1980—87).

Хеҙм.: Трахома. М., 1952.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019