ҠУНАФИН Марат Сәмирхан улы
ҠУНАФИН Марат Сәмирхан улы (11.4.1957, БАССР‑ҙың Иглин районы Ҡарамалы а.), философ. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) шунда уҡ эшләй. 2006 й. алып РФ ЭЭМ‑ының Иҡтисади хәүефһеҙлек академияһы филиалында (Өфө ҡ.): килешеү буйынса уҡыу факультеты деканы, бер үк ваҡытта философия, тарих һәм социология кафедраһы мөдире. 2009 й. башлап Санкт‑Петербург технология һәм дизайн университетында, 2012 й. — Башҡ. физик культура институтында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре онтологияға, фәнни танып белеү методологияһына, тәбиғәтте өйрәнеү философияһына арналған.
Х е ҙ м.: Эволюция принципа объективности. Уфа, 1998; Философские и прикладные вопросы методологии искусственного интеллекта. М., 2009 (авторҙ.); Философия инновационной деятельности. М., 2010 (авторҙ.); Метафизика мышления. Уфа, 2014.
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов