Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗНЕЦОВ Василий Григорьевич

Просмотров: 745

КУЗНЕЦОВ Василий Григорьевич (29.1.1892, Пенза губ. Наровчат ҡ. — 26.2.1963, Өфө), суд‑мед. эксперты. Мед. ф. д‑ры (1941), проф. (1941). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1940), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Һарытау ун‑тын тамамлаған (1924). 1911 й. алып Һарытау губ. земство һәм т. юл дауаханаларында фельдшер, 1916 й. Пенза ҡ. һәм Ртищево ҡасабаһы эвакогоспиталдәрен‑ дә, 1917 й. башлап (өҙөклөк м‑н) Рязань‑Урал т. юлының Ртищево ст. т. юл дауаханаһында эшләй, 1926 й. — Златоуст ҡ. округы һаулыҡ һаҡлау бүлегенең суд‑мед. эксперты. 1929 й. алып БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑нда (өлкә, 1939 й. — баш суд‑мед. эксперты), 1951—58 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Суд‑мед. экспертиза бюроһы нач., бер үк ваҡытта 1937—63 йй. БДМИ‑ның суд мед. каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге суд‑медицина экспертизаһы проблемаларына: тере кеше һәм мәйет тәнендәге йәрәхәттәрҙең сәбәптәренә, тикшереү тәртибенә, яһалма ауырыуҙарға экспертиза үткәреү, шәхесте асыҡлау, баллистик экспертиза һ.б. мәсьәләләргә арналған. К. ген.‑майор М.М.Шайморатовтың шәхесен асыҡлау өсөн уның мәйетен эксгумациялауҙа ҡатнаша (1948). Уның тарафынан ҡул суғы рентгенографияһы нигеҙендә кешенең йәшен, төрлө типтағы атыу ҡоралдарынан атыу алыҫлығын билдәләү һ.б. методикалар эшләнә. 18 фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945), “Почёт Билдәһе” (1961) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019