Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛАВСКИЙ Василий Агеевич

Просмотров: 790

КУЛАВСКИЙ Василий Агеевич (3.12.1938, Мордва АССР‑ы Шөгөр а.), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1978). РФ‑тың (1998) һәм БР‑ҙың (1993) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Мордва АССР‑ының Респ. онкология диспансерында эшләй (1962—64 йй. баш табип), 1967 й. алып БДМУ‑ла уҡыта (1979 й. алып акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1989—99 йй. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер‑гинекологы. Фәнни хеҙмәттәре бәпесләү ауыртыныуы физиологияһын, ҡатын‑ҡыҙҙың репродуктив һаулығын һаҡлауҙы өйрәнеүгә, перинаталь һәм әсәләр үлемен иҫкәртеүгә арналған. К. тарафынан ауыр акушерлыҡ һәм гинекологик патология ваҡытында ашығыс дауалау, ҡатын- ҡыҙҙың енси ағзаларының шешеүен, шеш ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау ысулдары эшләнгән, улар БР‑ҙың дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында индерелгән. Башҡ‑н акушер‑гинекологтары йәмғиәте рәйесе (1979—85). 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (2011).

Хеҙм.: Женское бесплодие. Уфа, 2007 (авторҙ.); Технология управления родовой деятельностью. Уфа, 2008  (авторҙ.); Несостоятельность тазового дна женщин. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019