Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУПРИЯНОВ Владилен Сергеевич

Просмотров: 534

КУПРИЯНОВ Владилен Сергеевич (2.11.1931, Өфө — 19.4.2006, Чебоксар ҡ.), физиолог. Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1970). Сыуашстан Респ. атҡ. фән эшмәкәре (1993), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Бәләбәй ҡ., 1958 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ-нда эшләй, 1959 й. — БДМИ‑ла, 1968 й. — Сыуаш ун‑тының нормаль физиология каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре тын алыу һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары системалары эшмәкәрлеген рефлектор яйға һалыу механизмдарын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан бауырҙың ҡапҡа венаһының һәм умыртҡа артерияларының ҡан тамырҙарынан торған рефлексоген зоналары, үпкә тамырҙарының периферик рефлекстары һ.б. асыла һәм өйрәнелә; организмда кислота‑һелте балансы боҙолоуын диагностикалау ысулы эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. Сыуашстан Респ. физиологтары йәмғиәте рәйесе (1969 й. алып). 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Действие холода на артерии. Тюмень, 2005 (авторҙ.); Термо‑, барорефлексы в норме и при патологии. Чебоксары, 2005.  

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019