Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРМАЕВА Әлфиә Әхтәм ҡыҙы

Просмотров: 577

ҠОРМАЕВА Әлфиә Әхтәм ҡыҙы (16.4.1945, Өфө), аллерголог, дерматолог. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1990). Ә.Н.Ҡормаевтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй: 1979 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р, 1982 й. — лаб. мөдире, 1986 й. — бүлек мөдире; 1988—98 йй. БДПИ‑ның мед.‑биол. белем биреү теорияһы һәм методикаһы каф. мөдире, 1997—2009 йй. Америка‑Башҡорт интерколледжы президенты, 2010 й. алып Канадала эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге биологик актив матдәләрҙең сәнәғәт пр‑тиелары эшселәре һаулығына тәьҫиренең клиник‑иммун механизмдарын өйрәнеүгә, һөнәри ауырыуҙар ваҡытында тире патологияһын иртә диагностикалау ысулдарын эшләүгә, валеология проблемаларына арналған. Ҡ. тарафынан аллергик дерматоздарҙы дауалау һәм иҫкәртеү б‑са саралар системаһы эшләнгән, ул БР‑ҙың һәм РФ‑тың микробиология сәнәғәте пр‑тиеларында ҡулланыуға индерелгән. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: