Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫУАСА

Просмотров: 1526

ЙЫУАСА, башҡорт ашһыуының традицион аҙығы. Төрки һәм монгол халыҡтарында таралған. Һөткә йомортҡа ҡушып баҫылған сөсө, һирәгерәк әсе ҡамырҙан бешерелә. Ромб рәүешендә ҡырҡылған ҡамырҙы иретелгән майҙа йәки малдың эс майында бешерәләр. Сәй табынына ҡуйыла, һаҡлыҡҡа ла бешерелә. Й. туй күстәнәсе һәм байрам һыйы иҫәбенә ингән, Ҡорбан байрамы, Ураҙа байрамы һ.б. мосолман байрамдарында балаларға таратылған. Башҡортостандың көньяғында һәм көньяҡ‑көнсығышында туйҙың икенсе көнөнә кәләш йортонда һәм ҡалын ваҡытында кейәү йортонда “Йыуаса” йолаһы (ҡара: Туй йолалары) үткәрелгән. Тәүҙә ҡатын‑ҡыҙ м‑н бала‑саға ғына ҡатнашһа, һуңыраҡ ир‑егеттәрҙе лә саҡыра башлағандар. Күстәнәс һалынған тоҡ м‑н бүләк тултырылған һандыҡ өҫтөнә сигелгән ябыу һалынған. Кәләштең яҡын туғандарының береһе, ғәҙәттә апаһы йәки инәһе, үҙенә кейәү тарафынан бүләккә тәғәйенләнгән ябыуҙы күтәргән һәм яуап рәүешендә йәштәргә бүләк әйткән (ғәҙәттә яңы тыуған мал). Кейәүҙең әсәһе килендең һеңлеһенә йәки башҡа ҡыҙ туғанына һандыҡтың ебәк таҫма м‑н бәйләнгән асҡысын тотторған. Ҡыҙ һандыҡты асып күстәнәстәрҙе сығарғандан һуң таҫманы үҙенә бүләккә алған. Артабан тамашала ҡатнашҡандарға бүләктәр өләшелгән, йыуаса сәйе эсерелгән. “Йыуаса” бейеүе йоланың бер өлөшө булған: бүләктәрҙе өләшеү хоҡуғы алған ҡунаҡ иткән яҡтан берәй ҡатын‑ҡыҙ тоҡто елкәһенә һалған һәм бүләктәрҙе һатып алырға тәҡдим итеп, бейей‑бейей ҡунаҡтарҙы әйләнеп сыҡҡан; ҡунаҡтар уның аяҡ аҫтына тәңкә ташлаған. Йола б‑са йырҙар м‑н таҡмаҡтар ҙа башҡарылған. Уларҙың ҡайһыларында ҡоҙаларҙың етеш тормошо, оҫталығы, хеҙмәт һөйөүе һәм йомартлығы маҡталһа, башҡаларында кинәйәләп ҡунаҡтар һәм уларҙың бүләктәре мәрәкәләнгән.

Әҙәб.: Нагаева Л.И. Танцы восточных башкир. М. 1981.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019