Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮСМӘ ТОРМОШ

Просмотров: 1243

КҮСМӘ ТОРМОШ, номадизм, халыҡ м‑н малдың миҙгелгә ҡарап күсеп йөрөүенә нигеҙләнгән хужалыҡ итеү формаһы. К.т. Евразияның тау‑дала ҡәбиләләре араһында б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта барлыҡҡа килә. Төбәктең физик‑геогр. һәм тәбиғәт‑климат шарттары Көньяҡ Урал терр‑яһында иртә тимер быуатта К.т. таралыуына булышлыҡ итә. 19 б. аҙ. көтөүлектәр һәм мал һанының кәмеүе сәбәпле (ҡара: Ер сәйәсәте), игенселек һәм хужалыҡ итеүҙең башҡа формалары өҫтөнлөк ала. Көтөүҙең составы һәм ҙурлығына ҡарап, уның хужаһының соц. статусы, ер биләүе, милек хәле билдәләнгән. Йәшәү рәүешенә ярашлы, мал хужалары күсмә, ярым күсмә һәм ярым ултыраҡ тормош алып барған. Күсенеүҙең төрлө төрҙәре булған: сикләнмәгән цикллы табор булып йәшәүҙән башлап, даими ҡышлаулы (ваҡытлы торлаҡта) билдәле маршрут буйлап күсенеп йөрөү, был осраҡта мал бер йыл эсендә йөҙҙәрсә километрға ҡыуалап йөрөтөлгән; ярым күсмә – ҡышлау урындарында даими торлаҡ булғанда билдәле маршрут б‑са ғаилә м‑н күсенеп йөрөү; ярым ултыраҡ – ҡышҡы һәм йәйге даими торлаҡ араһында йылына 2 тапҡыр (ҡышлауҙан – йәйләүгә һәм киреһенсә) күсенеү. Башҡорттар башлыса ярым күсмә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) тормошта йәшәгән, ул ҡайһы бер төбәктәрҙә 19 б. аҙ. тиклем һаҡланған. Йылҡы, һыйыр һәм ваҡ мал, дөйә (бер хужалыҡ көтөүендә төрлө мал осраған) үрсеткәндәр. Көтөүҙең күпселек өлөшөн күсмә тормош өсөн уңайлы йылҡы (ҡара: Башҡорт аты) малы тәшкил иткән: йылҡыны тибенгә сығарыу уларҙы йыл әйләнәһенә үлән м‑н тәьмин итеүгә, оҙон күсенеүҙәрҙе еңел кисерергә ярҙам иткән. Йылҡы хужалыҡта мөһим урын тотҡан: итен аҙыҡ (ҡара: Ҡаҙы) итеп файҙаланғандар, бейә һөтөнән ҡымыҙ яһағандар, тиреһенән — өй кәрәк‑ярағы, эйәр‑өпсөн (ҡара: Ат егеү кәрәкяғы), һаҙаҡ, ҡалҡан (ҡара: Ҡорал), һеңеренән — хәрби һәм һунар яндарының керешен, ялынан балыҡ тотоу кәрәк‑ярағы (ҡара: Балыҡсылыҡ) яһағандар, бау ишкәндәр. Башҡорттарҙың хужалығында һәм көнкүрешендә һарыҡ малы ҙур әһәмиәткә эйә булған. Һарыҡ тиреһе — өҫ (ҡара: Тун) һәм баш (ҡара: Бүрек) кейеме тегеү, йөнө кейеҙ, балаҫ (ҡара: Балаҫ һуғыу), тула баҫыу өсөн ҡулланылған. Шулай уҡ һыйыр, йөк ташыу өсөн дөйә (башлыса көньяҡ дала яҡтарында) үрсетелгән. Күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡ көтөүлектәрҙәге мал иҫәбенә ҡаты талаптар ҡуйып, күсмә йәмғиәттә аныҡ эске ҡоролош тыуҙырған ырыу‑ҡәбилә структураһының күп баҫҡыслы булыуында күренә. Теге йәки был ырыуҙың (ҡара: Башҡорттарҙың ырыуҡәбилә ҡоролошо) үҙ көтөүлектәре һәм күсенеү маршруттары булған. Мал — айырым ғаиләнең хосуси милке, ер (көтөү биләмәләре), йылға‑күлдәр һәм һунар биләмәләре община (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) милке булған. Күскенселәрҙең ижт. тормошонда ырыу берҙәмлеге мөһим роль уйнаған һәм хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙә асыҡ сағылыш тапҡан (ҡара: Барымта, Ҡарымта); ш. уҡ. өмә формаһы булған. Һауын системаһы күсмә йәмғиәттә үҙ‑ара соц. ярҙамдың үҙенсәлекле ин‑ты булған, уға ярашлы, малһыҙ ҡалған башҡорттар, үҙ ырыуынан сығып, хәлле общинникта ялланып эшләй алған. Ырыуҙар, ырыу бүленештәре һәм общинаның айырым ағзалары араһында үҙ‑ара мөнәсәбәттәрҙе, йәйләү урындарын билдәләгәндә, күскенселәр генеалогик яҙмаларҙы (ҡара: Шәжәрә) файҙаланған. Ярым күсмә тормош башҡорттарҙың матди һәм рухи мәҙәниәте формалашыуына йоғонто яһаған, халыҡтың ауыҙ‑тел ижадында (ҡара: Фольклор) сағылыш тапҡан. Башҡ. телендә “мал” һүҙе, айырыуса мәҡәл һәм әйтемдәрҙә, “байлыҡ, мөлкәт” мәғәнәһендә ҡулланыла. Йылҡы малына ҡарата айырым мөнәсәбәт уларҙы изгеләштереүҙә (ҡара: Ат культы) күренә, толпар һәм арғымаҡтарҙың мифологик образдарында, ш. иҫ. “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡ ҡола” эпостарында, сағылыш таба. Көньяҡ Уралдың күсмә халыҡтары каруан сауҙа юлдары системаһы м‑н бәйле була һәм Урта Азияның игенселек м‑н шөғөлләнеп ултыраҡ тормошта йәшәгән халыҡтары м‑н сауҙа алып бара.

Р.З.Йәнғужин, М.Р.Мирхәйҙәрова, Ф.Ф.Шәйәхмәтов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019