Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕМТӘ КАНАЛЫ

Просмотров: 1412

ЭЛЕМТӘ КАНАЛЫ, т а п ш ы р ы у к а н а л ы, мәғлүмәт булған сигналдар тапшырғыстан ҡабул иткескә тиклем таралған техник ҡоролмалар һәм физик мөхит. Тапшырғыс, Э.к. һәм ҡабул иткес күп каналлы элемтәнең төрлө системаларын барлыҡҡа килтерә (тәғәйенләнеше б‑са: телефон, тауыш тапшырыу, телевизион, фототелеграф, телеграф; мәғлүмәтте тапшырыу ысулдары б‑са: цифрлы, аналоглы, аналог‑цифрлы; элемтә линияларының тибы б‑са: сымлы, радиорелелы, сүсле‑оптик, спутник һ.б.). Э.к. 3 параметр хас: тапшырыу мөмкин булған ваҡыт, үткәреү һыҙаты, динамик диапазон (тапшырылған сигналдың иң ҙур ҡеүәтенең ҡамасаулау ҡеүәтенә сағыштырмаһы). 1863 й. Өфө—Ҡазан—Мәскәү телеграф линияһы (Бөрө һәм Минзәлә аша) файҙаланыла башлай, элемтә Морзе аппараттары ярҙамында алып барыла; 1894 й. Өфөлә телефон элемтәһе барлыҡҡа килә, 1897 й. хөкүмәт телефон селтәре төҙөлә.

1922 й. Өфө — Мәскәү тура телеграф элемтәһе урынлаштырыла. 1934 й. регуляр радио тапшырыуҙар, 1959 й. — Башҡ‑н телевидениеһы программаларын трансляциялау башлана. 60‑сы йй. алып һауа һәм кабель элемтә линияларын тығыҙлау системалары ҡулланыла, 1989 й. Өфө—Стәрлетамаҡ ҡала‑ара тәжрибә сүсле‑оптик элемтә линияһы файҙаланыуға тапшырыла. 1996 й. алып Өфөлә Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге асыла. 1997 й. Өфө— Салауат цифрлы радиорелелы элемтә линияһы файҙаланыуға индерелә. 2000 й. башлап “Башинформсвязь” ААЙ‑нда SDH‑технологияһы нигеҙендә респ. ҡулса сүсле‑оптик элемтә селтәрен, 2006 й. — пакетлы технологиялар нигеҙендә респ. мультисервис элемтә селтәрен төҙөү алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Кәрәҙле элемтә, Оптик элемтә, Пейджинг элемтәһе, Радиоэлемтә һ.б.

Ю.К.Тюкляев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: