Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРАМЫШЕВ Виктор Григорьевич

Просмотров: 626

КАРАМЫШЕВ Виктор Григорьевич (19.10.1937, Житомир ҡ. — 17.3.2014, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2010). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1969 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1995—99 йй. фән б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть һәм газды үткәргес торбалар буйлап күсереүгә арналған. К. ҡатнашлығында нефть һәм газды, ш. уҡ ныҡ парафинланған нефтте бергә ташыу технологиялары уйлап табылған. Асыштары БР һәм Ҡаҙағстан пр‑тиеларында индерелгән. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Движение газожидкостных смесей в трубопроводах. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Р.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019