Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРИМОВ Зөфәр Фазыл улы

Просмотров: 1148

КӘРИМОВ Зөфәр Фазыл улы (15.10.1933, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Түб. Ҡарғауыл а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1978), проф. (1980). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980). М.Ф.Кәримовтың ағаһы, Л.Ф.Кәримованың ҡустыһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) Нефть һаҡлау һәм ташыу ҒТИ‑нда (Өфө) эшләй. 1964 й. алып Мәскәүҙә: Бөтә Союз ядро геофизикаһы һәм геохимияһы ҒТИ‑нда лаб. мөдире, бер үк ваҡытта П.Лумумба ис. Халыҡтар дуҫлығы ун‑тында уҡыта. 1969 й. башлап Өфөлә: БДУ‑ның физика ф‑ты деканы, 1983 й. алып ӨНИ‑нең ғәмәли математика һәм механика каф. мөдире. 1987 й. башлап С.‑Петербургта: 2012 й. тиклем йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ энергетикаһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2005 йй. энергетика ф‑ты деканы, 2005 й. — Төньяҡ‑Көнбайыш ситтән тороп уҡыу техник ун‑тының Энергетика ин‑ты дир., 2012 й. алып “Горный” Милли минерал‑сеймал ун‑тында. Фәнни тикшеренеүҙәре шыйыҡлыҡ һәм газ механикаһына, гетероген мөхиттәрҙәге йылылыҡ‑масса алмаштырыу процестарына арналған. К. тарафынан диңгеҙҙәге нефть үткәргестәрҙе эксплуатациялауға идара итеүҙең, магистраль нефть продукттары үткәргестәрендә төрлө атамалы ағымдарҙы айырыу зоналарын динамик экранлауҙың компьютер ысулдары, йылы үткәргестәрҙә йылылыҡ энергияһының диссипацияһы интенсивлығын кәметеү алымдары уйлап табыла. Асыштары РФ‑та һәм сит илдәрҙә ҡитға‑ара магистраль үткәргес торбалар системаһында индерелгән. 215 фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Массобменные процессы в трубопроводах. Саратов, 1979; Введение в теорию тепло‑массообмена. Уфа. 1981.

А.В.Каган

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019