Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРОЛЁВА Елена Владимировна

Просмотров: 959

КОРОЛЁВА Елена Владимировна (27.10.1973, Өфө ҡ.), спортсы. Фристайл буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең тау саңғыһы спорты буйынса ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе, 1994—99 йй. армияның спорт клубы өсөн сығыш яһай (Өфө ҡ.; тренеры — Л.П.Финк). Европа кубоктары этаптары еңеүсеһе (2 тапҡыр, 1996), Рәсәй чемпионы (1999), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1993, 1996, 1999) һәм бронза (1997) призёры. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992, 1994, 1998). СССР (1991), БДБ (1992), Рәсәй (1993—98) йыйылма командалары ағзаһы. 2007 й. алып тау саңғыһы спорты буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022