КРАВЧУК Игорь Александрович
КРАВЧУК Игорь Александрович (13.9.1966, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987), СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983 й. алып), Үҙәк армия спорт клубы (1987 й. алып) командаларында, Милли хоккей лигаһы клубтарында (Канада, 1992—2003) уйнай. Олимпия уйындары чемпионы (1988, 1992), көмөш (1998) һәм бронза (2002) призёры. Донъя (1990), Европа (1991), СССР (1988—89) чемпионы, Европа чемпиондары (1987—89), СССР (1988) Кубоктарын яулаусы, донъя чемпионатының бронза призёры (1991), Изге ихтыяр уйындары еңеүсеһе (1990), “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәзите призына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1988—90). Йәштәр араһында донъя (1986) һәм үҫмер спортсылар араһында Европа (1984) чемпионы. Үҫмерҙәр араһында СССР (1983), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1981) чемпионы. СССР (1984 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2002) йыйылма командалары ағзаһы. Почёт ордены менән бүләкләнгән (2011).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина