Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЕЦУЛ Олег Васильевич

Просмотров: 1008

КРЕЦУЛ Олег Васильевич (21.2.1975, Кишинёв ҡ.), спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003). 2001—09 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары В.П.Глигор, В.А.Пегов). Күреү буйынса инвалидтар араһында Паралимпия уйындары чемпионы (2008) һәм көмөш призёры (2004), донъя чемпионы (2002—03, 2007, 2010), Донъя кубогын яулаусы (2001), Европа (2001, 2005, 2009) һәм Рәсәй (2001—06, 2015) чемпионы, донъя (2006) һәм Европа (2007, 2011) чемпионаттарының көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001—17). Рәсәй (2012) һәм Молдавия (2020) йыйылма командалары составында Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы. Дуҫлыҡ (2009), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы (2006), Халыҡтар дуҫлығы (2008) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2023