ҠУРАМШИН Айрат Миңлеғаян улы
ҠУРАМШИН Айрат Миңлеғаян улы (10.11.1947, Өфө — 29.3.2012, шунда уҡ), тренер. Трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйгелә Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004), халыҡ‑ара категориялы судья (1990). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1996). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1977). 1971 й. алып Башҡ‑н өлкә советының “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы тренеры, 1974 й. — “Хеҙмәт” ДСО‑һының, 1986 й. — Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең өлкән тренеры, 1994 й. башлап 33‑сө СДЮШОР‑ҙа: уҡытыусы‑тренер, 2001—10 йй. дир., бер үк ваҡытта 1994 й. алып “Трамплин” спорт‑һауыҡтырыу комплексы директоры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Васильев, И.И.Ғарифуллин, С.Е.Масленников, И.Р.Фәтҡуллин, ш. уҡ 40‑тан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.
Тәрж. М.Н.Моратшина