КУРИЛЕНКО Геннадий Владимирович
КУРИЛЕНКО Геннадий Владимирович (8.5.1943, Өфө — 16.2.2013, шунда уҡ), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1966). Төҙөлөш тресы ¹3 спорт мотоклубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.М.Әхмәҙиев). Шәхси ярыштарҙа СССР чемп. (1970), СССР чемпионаттарының көмөш призёры (1965, 1968 йй.), Европа чемпионатының бронза призёры (1970), “Чехословакияның алтын шлемы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (1969), спидвей б‑са команда ярыштарында СССР (1963, 1967—69, 1973) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһы (1967) чемп., СССР кубогын яулаусы (1966), Донъя (1964), СССР (1972, 1975—76) һәм СССР кубоктары (1968, 1972) чемпионаттарының көмөш призёры, донъя чемпионатының бронза призёры (1969). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1963—75).
Н.А.Ермоленко
Тәрж. М.Н.Моратшина