КЯК Владимир Константинович
КЯК Владимир Константинович (8.2.1941, Өфө ҡ. — 23.5.2017, шунда уҡ), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1975), велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1964). Ҡаҙаҡ физик культура институтын тамамлаған (Алма‑Ата ҡ., 1966). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры И.Г.Пукин). 1966 й. алып “Локомотив” ирекле спорт йәмғиәте (Алма‑Ата ҡ.), 1967 й. — Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тренеры, 1969 й. — ӨАИ уҡытыусыһы, 1978—89 йй. һәм 2012—15 йй. 1‑се СДЮСШОР‑ҙа тренер‑уҡытыусы, 1989—2012 йй. 49‑сы урта мәктәптең (бөтәһе лә — Өфө ҡ.) физик культура уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1975—77 йй. конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында В.И.Варламов.
Тәрж. М.Н.Моратшина