Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЕМЛО Борис Францевич

Просмотров: 823

ЗЕМЛО Борис Францевич (23.11.1921, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Белорет заводы а., хәҙ. Белорет ҡ., — 17.3.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), актёр, театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977), БАССРҙың атҡ. артисы (1963). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1941). 1940 й. алып Белорет драма театры актёры; 1946 й. башлап Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры актёры, 1960—87 йй. директоры. Классик һәм хәҙ. урыҫ драматургияһы әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙә 100‑ҙән ашыу роль башҡара. Актёрға көслө ихтыярлы, ҡыйыу, намыҫына тап төшөрмәй торған образдар яҡын була. Төп ролдәре: Миловидов (“Ете юл сатында” — “На бойком месте”, А.Н.Островский), Звонцов (“Егор Булычов һәм башҡалар” — “Егор Булычов и другие”, М.Горький), Прохор (“Угрюм‑йылға” — “Угрюм‑река”, В.Я.Шишковтың ш. уҡ исемле романы б‑са), Сергей (“Иркутск хикәйәһе” — “Иркутская история”, А.Н.Арбузов). З. етәкс. Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрының репертуары киңәйә: А.Х.Абдуллин, А.В.Вампилов, Б.Л.Васильев, И.Х.Йомағолов, М.Кәрим, М.М.Рощин, М.А.Шолохов әҫәрҙәре б‑са спектаклдәр ҡуйыла, уларҙың байтағы бөтә Рәсәй һәм бөтә Союз фестивалдәренең наградалары м‑н билдәләнә. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1977). Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры бинаһына З. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: