Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӨБӘЙЕРОВ Әмин Фәхретдин улы

Просмотров: 1138

ЗӨБӘЙЕРОВ Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы [18.3.1891, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ишле а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 23.5.1963, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың (1949) һәм БАССР-ҙың (1935) халыҡ артисы. “Ғосмания” (1906—08), “Ғәлиә” (1908—09) мәҙрәсәләрендә уҡыған. 1909—11 йй. — “Сәйяр”, 1912—14 йй. “Нур” труппаһы актёры. 1917 й. алып Өфөлә Ҡыҙыл Армия частары һәм клубтарында, Башҡортостандың башҡа торама пункттарында үҙешмәкәр түңәрәктәр етәксеһе, 1919 й. алып — Үрнәк татар‑башҡорт театры, 1922—63 йй. БАДТ актёры. Халыҡ тормошон тәрән аңлау һәм күҙәтеүсәнлек З. үҙенсәлекле сәхнә образдары галереяһын ижад итергә мөмкинлек бирә: Хужа Насретдин (Ғ.Ғүмәр, Н.Иҫәнбәт, В.М.Эльтондың ш. уҡ исемле әҫәрҙәре), Хажи (“Хажи әфәнде өйләнә”, Ш.Камал), Хәйрүш (“Башмағым”), Осип (“Тикшереүсе”, Н.В.Гоголь), Шмага (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, А.Н.Островский). Актёрҙың драматик ролдәре художестволы образдың тормошсанлығы, сәхнә һығылмалылығы һәм хәрәкәттәренең тәбиғилеге м‑н айырылып тора: Миллер (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Бәҙри (“Ғәлиәбаныу”), Ҡормой (“Ҡарлуғас”, Б.Бикбай), Ҡәҙерғол (“Тальян гармун”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин). Ижади эшмәкәрлеге башында Әмин Үҙәнский псевдонимы м‑н сығыш яһаған. “Салауат Юлаев” к/ф (“Союздетфильм”, 1941) Айтуған ролен башҡара. Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1955) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.09.2021