Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Байрас Нәҙим улы

Просмотров: 1207

ИБРАҺИМОВ Байрас Нәҙим улы (19.2.1953, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Иҫке Күрҙем а.), актёр, режиссёр. БР‑ҙың (2003) һәм ТР‑ҙың (2008) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). ӨДСИ-не тамамлағандан һуң (1979; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) 1988 й. тиклем Салауат башҡ. драма театры актёры, 1989 й. алып — Сибай башҡ. драма театры, 1991 й. — Өфө “Нур” татар театры, 1995 й. — Сибай “Сулпан” балалар театры, 1997—2003 йй. БР Милли Йәштәр театры башҡ. труппаһының баш режиссёры, 2004—05 йй. Әлмәт татар драма театры режиссёры, 2007 й. башлап Туймазы татар драма театрының баш режиссёры. Салауат башҡорт драма театрында лирик‑романтик, киҫкен характерлы, психологик пландағы ролдәр ижад итә: Дудар (“Андро һәм Сандро”, Г.Д.Хугаев; дебют, 1980), Рөстәм (“Китмә, Рөстәм”, К.М.Аҡбашев), Леонардо (“Ҡанлы туй”, Ф.Гарсия Лорка) һ.б. И. режиссураһы ҡыйыу, эксперименталь сәхнә сиселештәренә ынтылыуы, сәхнәгә ҡуйыу сараларының тәьҫирлелеге м‑н айырылып тора. Ҡуйған спектаклдәре: Салауат башҡ. драма театрында — В.И.Беловтың “Яҡты һыу өҫтөндә” (“Над светлой водой”) пьесаһы б‑са “Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай” (дебют, 1987); Сибай башҡорт драма театрында — Ф.Әмирхандың “Тигеҙһеҙҙәр” (1990); “Нур” театрында — А.Н.Арбузовтың “Минең меҫкен Маратым” (1995, татар телендә); Башҡорт драма театрында — М.Ғ. Мөсифуллиндың “Тиҫкәре ир, насар ҡатындар” (1996); Милли Йәштәр театрында — М.А.Булгаковтың “Яртаҡыл Журден” (1998); Туймазы драма театрында — Т.Ғ.Миңнуллиндың “Йәшлек менән осрашыу” (2007, татар телендә) спектаклдәре һ.б.

Әҙәб.: Ғәниева Т. Байрастың байрамдары //Ағиҙел. 2003. №3.

И.А.Бондарева

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: