КУЗНЕЦОВ Алексей Александрович
КУЗНЕЦОВ Алексей Александрович (11.4.1927, Өфө — 4.11.1990, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1966). Рәссамдар союзы ағзаһы (1955). 1945—47 йй. Башҡ. муз. уч‑щеһында яңғыҙ йырлау (Л.Н.Троицкая) класында, 1948—49 йй. Харьков художество ин‑тында уҡыған. 1952 й. алып Башҡ‑н художество фонды рәссамы, 1976 й. — Куйбышев ҡ., 1982 й. — Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1950—70 йй. башҡ. рәсем сәнғәтенең үҫешен билдәләгән иң күренекле оҫталарҙың береһе. Уның ижады П.М.Лебедев йоғонтоһонда формалаша һәм жанрҙар төрлөлөгө м‑н айырылып тора. Реализм традицияларына нигеҙләнгән К. сәнғәтендә художество алымдарҙы туҡтауһыҙ яңыртыуға ынтылыш күҙәтелә. Әҫәрҙәрендә передвижниктар традициялары (“Салауаттан һорау алыу”, 1955), “ҡырыҫ стиль” йоғонтоһо (“Бөрйән айыу аулаусыһы”, 1967), декоративлыҡ һәм монументаллек (“Ҡурай тураһында легенда”, 1964; “Бөрйән ҡатындары”, 1970) сағыла. 20 б. башы урыҫ авангардының художество мираҫына ижади яҡтан яңы мәғәнә биреп, К. фактура, төҫ, форма, киңлеккә мөнәсәбәтте үҙгәртеп ҡарай, образ һәм һүрәтләү символикаһына, абстракционизмға (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) тартыла — “Лимон менән натюрморт” (1969), “Орхон һынташтары” (1989), респ. тәүгеләрҙән булып коллаж техникаһына мөрәжәғәт итә — “Убырлы ҡарсыҡ”, “Ҡурсаҡ театры” (икеһе лә — 1972). Уникаль графиканың төрлө техникаһында, монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. Һынлы сәнғәт йәмғиәтен ойоштороу инициаторы (1990). 1954 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1955 й. алып; 10‑дан ашыу), Куйбышев. Эштәре БДХМ, Милли музей, Стәрлетамаҡ, Томск ҡҡ. Тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары, Курск, Төмән ҡҡ. картиналар галереялары коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Художество мәктәбе №1 уның исемен йөрөтә, унда 1991 й. алып йыл һайын А.А.Кузнецов ис. Бөтә Рәсәй балалар художество ижады конкурсы үткәрелә. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).
Әҙәб.: А.Кузнецов. Живопись, графика: каталог /авт.‑сост. Г.Р.Пикунова. Уфа, 1978; Игнатенко С. Магия Кузнецова //Детская художественная школа №1 имени А.Кузнецова. Уфа, 2005.
А.Е.Григорьева, Э.Ҡ.Латипова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова
Илл.: А.А.Кузнецов. Динислам бабай. 1983. БДХМ