Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАСИДӘ

Просмотров: 1125

ҠАСИДӘ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ‑Көнбайыш Азия халыҡтары шиғриәтенең моноримик жанры. Маҡтау рәүешендә яҙыла; ш. уҡ сатирик, элегик һәм дини Ҡ. була. 20—200 бәйеттән (ике юллыҡтарҙан) тора. Ҡ. рифма схемаһы: аа, ба, ва, га... Композицияһы: лирик инеш (насиб) – тәбиғәтте, тирә‑яҡты тасуирлау; төп өлөш (васиф), һуңғы өлөшө (мәдх) – маҡтауҙың маҡсаты; һуңғы бәйеттә, ғәҙәттә, тәхәллус (псевдоним) телгә алына. Көнсығыш әҙәбиәтендә Ҡ. классик өлгөләрен Мәғәри, Науаи, Рудаки һ.б. ижад иткән. Башҡорт әҙәбиәтендә Ҡ. жанрына Мәүлә Ҡолой, Ғ.Усман, Ә.Ҡарғалы, Ғ.Соҡорой һ.б. мөрәжәғәт иткән.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006; Баимов Р.Н. Великие лики и литературные памятники Востока. Уфа, 2005.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: