Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИУДАИЗМ

Просмотров: 1426

ИУДАИЗМ, иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта Фәләстанда барлыҡҡа килә, башлыса йәһүдтәр араһында таралған. Дин ғилеме сығанағы — Тәүрат; догматик, дини‑этик һәм хоҡуҡ ҡанундары — Талмудта, йәһүдтәрҙең тормошон көйләүсе ҡанундар Һалахала теркәлгән. И. эйәреүселәр бер Аллаға, Йыһанды хасил иткән һәм уның хужаһы Яхвеға (Элоһим), киләсәктә Мессия килеренә, мәрхүмдәрҙең терелеренә, йәһүд халҡының Алла тарафынан өҫтөн күреп һайланған халыҡ булыуына ышана. И. руханиҙар иерархияһы булмай һәм улар ғибәҙәтханаларҙы танымай. Дин әһеле — раввин, уның вазифаһына метрика кенәгәләрен алып барыу һәм йолалар башҡарыу инә. И. ғибәҙәт йорто — синагога. И. символдары — ете филтәле шәм (менора) һәм Дауыт батшаның 6 яҡлы йондоҙо, иң изге һаналған урындары — Һыҡтау диуары (емерелгән Иерусалим ғибәҙәтханаһының көнбайыш стенаһы). И. төп ҡанундарҙың береһе — шәмбене тотоу (донъяны яралтҡандан һуң Алланың ял итеүен кәүҙәләндерә). Иң мөһим йәһүд байрамдары: Рош Һа-Шана — Яңы йыл (тәүге кешенең барлыҡҡа килеүе һәм баҫыу эштәренең тамамланыу байрамы); Йом Кипур — ураҙа тотоу һәм тәүбәгә килеү көнө; Суккот (ҡыуыштарҙа йәшәгән боронғо ата‑бабалар иҫтәлегенә) һәм Симхат‑Тәүрат (Тәүраттың шатланыуы); Песах (Исраил халҡының Мысыр ҡоллоғонан азат ителеүе иҫтәлегенә), Шавуот [б.э.т. 1312 й. Синай тауында Алланың Тәүратты бүләк итеүе хөрмәтенә, был көндө Мусаның (Моисей) 10 ҡанунын уҡыйҙар] һәм башҡалар. И. ортодоксаль (уға эйәреүселәр Муса Тәүратты тәбиғи булмаған юл м‑н алған тип иҫәпләй, дини ҡанундарҙы бик теүәл башҡара, цадиктарҙы — диндарҙарҙы хөрмәт итә һ.б.), реформистик (эйәреүселәре дини ҡанундарҙы теүәл үтәп бармай, Тәүратты кеше тарафынан яҙылған тип иҫәпләй) һ.б. ағымдары бар. Рәсәйҙә И. 1772 й. белорус, литва һәм украин ерҙәрен ҡушҡандан һуң таралыу ала. РФ‑та Рәсәйҙең йәһүд дини общиналары һәм ойошмалары конгресы (1998 й. нигеҙ һалына; баш раввин — А.Шаевич) һәм Йәһүд дини общиналары федерацияһы (1999 й.; Б.Лазар), ҙур ҡалаларҙа синагогалар бар.

Башҡортостанда И. тотоусылар 19 б. уртаһында барлыҡҡа килә. Ырымбур губернаһында 1805 й. алып һалдат балаларын (рекруттар), ш. иҫ. йәһүдтәрҙе, (1826 й. алып; 1843 й. — 1071 кеше) хәрби хеҙмәткә әҙерләгән кантон мәктәптәре эшләй. Кантонсылар, ш. уҡ йәһүд сауҙагәрҙәре өсөн 1855 й. Өфөлә тәүге ғибәҙәт йорто төҙөлә (1896 й. алып рәсми рәүештә эшләй башлай; раввиндары — М.И.Аптекарь, Ш.А.Богин, Л.А.Голынко). 1860—1917 йй. йәһүд дини общиналары Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Златоуст, Дәүләкән ҡҡ., Өфө өйәҙенең Иглин а. (хәҙ. Иглин районы) эшләй. 1915 й. Өфөлә йәһүд общинаһы аҡсаһы иҫәбенә синагога комплексы төҙөлә, ул Башҡортостанда йәһүдтәр өсөн берҙән‑бер дини үҙәк була (1929 й. ябыла). 1993 й. Өфө общинаһы эшмәкәрлеген яңырта, 2000 й. алып ортодоксаль ағымға ҡушыла (2000 й. — раввины Д.Кричевский). Уның эргәһендә йәһүд мәктәбе, “Бейт- Барух” балалар баҡсаһы, мед. үҙәге, кашрут (дин талаптарына ярашлы) аҙыҡ әҙерләүсе түләүһеҙ ашханаһы бар. Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. йәһүд общиналары (А.Е.Цофнас) эшләй. Йәһүд общиналары хәйриә м‑н шөғөлләнә. 2003 й. мартынан “Шорашим” (“Беҙҙең тамырҙар”) гәз. нәшер ителә. 2000—03 йй. Өфөлә реформистик ағымдағы йәһүд общинаһы булдырыла. 2008 й. Йәһүд йәмғиәт үҙәге — синагога асыла; Тәүрат өйрәнеү курстары эшләй.

Әҙәб.: Шкурко Э.А. Евреи в Башкортостане: полтора века истории. Уфа, 2007.

Э.А.Шкурко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: