КАМАЛЕТДИНОВ Зыяитдин Ямалетдин улы
КАМАЛЕТДИНОВ Зыяитдин (Фәрүәзетдин) Ямалетдин улы, Камали З. (9.12.1873, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а., хәҙ. БР‑ҙың Шишмә р‑ны, — 1942, Куйбышев ҡ.), ижт. һәм дини эшмәкәр, мәғрифәтсе. Йәдитселек етәкселәренең береһе. “Ғосмания” мәҙрәсәһен, Әл‑Әзһәр ун‑тын (Ҡаһирә) тамамлаған. 1904 й. алып “Ғосмания” мәҙрәсәһендә уҡыта, 1906—08 йй. үҙе нигеҙ һалған “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең ректоры, бер үк ваҡытта 1909 й. алып Өфөләге 2‑се йәмиғ мәсетенең, 1924—30 йй. 3‑сө йәмиғ мәсетенең имам-хатибы. 1923 й. башлап Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратында (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты). 1915 й. “Анасия” ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһен аса. Рәсәй мосолмандарының милли яңырыуы һәм исламдың модернизацияланыуы өсөн сығыш яһай, мосолман ваҡытлы матбуғаты биттәрендә реформаторлыҡ идеяларын (ҡара: Мосолман реформаторлығы) пропагандалай. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы эштәрендә, Рәсәй мосолман руханиҙарының Бөтә Рәсәй съезында (ҡара: Мосолман съездары) ҡатнаша. Милләт мәжлесе ағзаһы. Дини тәғлимәт б‑са хеҙмәттәр, ш. иҫ. төрки телендәге “Ислам философияһы” (4 томда), авторы. 1936 й. контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына. Тотҡонлоҡта мәрхүм була. 1956 й. аҡлана.
Хеҙм.: Аллах гадәләте. Өфө, 1911; Дини тәдбирләр. Өфө, 1913.
Әҙәб.: Камалов Т.Р. Зия Камали: мыслитель, просветитель, религиозный деятель. Казань, 1997.
Р.Үтәбай-Кәрими, М.Н.Фархшатов